г. Уфа, проспект Октября, д. 120 +7 (347) 279-06-65

... ғәҙәттәре күркәм Мәрхәмәтлек өсөн... Утыҙ миллион

Главная Публикации в СМИ СМИ о нас ... ғәҙәттәре күркәм Мәрхәмәтлек өсөн... Утыҙ миллион
... ғәҙәттәре күркәм Мәрхәмәтлек өсөн... Утыҙ  миллион
Ошо көндәрҙә Өфө ҡала округы Советы рәйесе Евгений Семивеличенко журналистар менән осрашып, депутаттарҙың уҙған йылғы эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты һәм бихисап һорауға яуап бирҙе.
Билдәләнеүенсә, 2014 йыл “Өфө ҡалаһы – Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы статусы тураһында” закон проектының, ниһайәт, БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары тарафынан ҡабул ителеүе һәм уның быйыл 6 ғинуарҙан үҙ көсөнә инеүе Өфө өсөн үтә мөһим ваҡиға булараҡ ҡабул ителгән. Әлегә тиклем дә Өфө республиканың баш ҡалаһы булды, унда төрлө мөһим һәм әһәмиәтле, ҙур масштаблы саралар уҙғарылды. Һәм улар, хоҡуҡи база булмағанлыҡтан, ҡала бюджетына өҫтәмә йөк һәм өҫтәмә сығымдар булып ятты. Яңы ҡабул ителгән закон иһә Өфөнөң баш ҡала статусы функцияларын үтәүен финанс яҡтан нығыта. Артабан уның сығымдарының бер өлөшө компенсацияланһа ла, был бик яҡшы буласаҡ.
Евгений Александрович журналистарҙың иғтибарын ҡала бюджетының уңышлы үтәлеүенә лә йүнәлтте. Тәүҙә уның килем өлөшө 15 миллиард 980 миллион һум тип раҫланып, бюджет дефициты 900 миллион һум итеп күҙалланһа, йыл һуҙымында ҡала округы хакимиәтенең муниципаль милекте рациональ файҙаланыуы һөҙөмтәһендә һәм юғары кимәлдәге бюджеттан өҫтәмә средстволар алыу мөмкинлеге арҡаһында килем өлөшө 24 миллиард 561 миллион һумғаса артып, күҙалланған дефицитты 10 тапҡырға арттырып ҡаплау мөмкин була.
Журналистарҙы депутаттарҙың мәрхәмәтлек өлкәһендәге эшмәкәрлеге лә ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы, сөнки һәр ултырыш һайын уларҙың ҡайһы берҙәре исеменә халыҡтан, төрлө ойошма-учреждение етәкселегенән килгән рәхмәт хаттары уҡыла. Ысынлап та, 2011 йылдан алып ҡарағанда, мәрхәмәтлеккә һалынған аҡса (депутаттарҙың шәхси средстволары) арта бара. 2011 йылда был һан 6 миллион 368 мең һум булһа, 2012 йылда – 13 миллион 623 мең һум, 2013 йылда – 20 миллион 163 мең һум, былтыр – 30 миллион 270 мең һумдан ашыу (былтыр депутаттарҙың береһе мәрхәмәтлек өсөн ҙур сумма – 17 миллион һум бүлә; икенсеһе Ҡырымға ярҙам иҫәбенә миллион һум күсерә). Әммә был әлегә яҡынса ғына, сөнки 36 депутаттың яртыһынан күберәге 2014 йыл өсөн мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге буйынса отчетын тапшырмаған әле.
Матбуғат конференцияһы барышында Максимовка биҫтәһендә баш ҡалала тәүге Территориаль йәмәғәт үҙидаралығы ойошторола башлап, һуңынан уның туҡтап ҡалыу мәсьәләһе лә күтәрелде. “Был эштең нисек барғанына мин үҙем шаһит, уларға документтар пакетын әҙерләү буйынса ярҙам иттем, - тип белдерҙе Евгений Семивеличенко. - Әммә беҙҙә халыҡ бик пассив икәнлеге асыҡланы – документтар пакетын рәсми органдарға алып барып теркәтергә генә ҡалғас, уны ойоштороусы кешеләр был эштең йәмәғәт башланғысында булыуын белеп, артабан әүҙемлек күрһәтмәне. Баҡтиһәң, хаҡлы ялдағылар, ТЙҮ (ТОС) ойоштороу - ул эш урыны булдырыу, тип уйлап, хаталанған. Йәнәһе, уларға эш хаҡы түләнәсәк. Әммә инде уның йәмәғәт эшмәкәрлеге икәнлеге асыҡланыуы уларҙың дәрт-дармандарын һүндерҙе лә ҡуйҙы”.
Депутаттар корпусының 2014 йылдағы эшмәкәрлеге һәм 2015 йылға пландар тураһында ҡала Советы башлығы февралгә планлаштырылған ултырышта ентекләберәк таныштырасаҡ. 
Размер шрифта: 141820
Цветовая гамма: AAA